11 декабрь, Йәкшәмбе

09 апрель 2009 йыл, 17:33

Ташҡын сигенә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Апрель айы башында республиканың айырым райондары халҡын ныҡ ҡына борсоған ташҡын хәҙер сигенә. Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, уҙған тәүлектә ҙур йылғаларҙың күбеһендә һыу кимәле кәмеүе билдәләнде.

Һыу кимәле бигерәк тә Ағиҙел йылғаһында Өфө эргәһендә (тәүлегенә 77 сантиметрға) һәм Охлебинино ауылы районында (66 сантиметрға) ныҡ кәмене. Әй йылғаһы кимәле Мәтәле ауылы эргәһендә аҫҡа төштө. Ҡариҙел, Сим, Ашҡаҙар, Стәрле йылғаларында һыу бер аҙ кәмеүе күҙәтелде.

Һыу кимәле Дим йылғаһында Бочкарево ауылы эргәһендә — туғыҙ сантиметрға, Оло Ыйыҡ йылғаһында Мораҡ ауылы эргәһендә — шулай уҡ туғыҙ сантиметрға, Ағиҙелдә Андреевка ауылы янында 68 сантиметрға күтәрелеүе билдәләнде.

Республика йылғаларының күбеһе бөгөн боҙҙан таҙарынды. Уҙған тәүлектә өс урында ғына боҙ китеү күҙәтелде — Ҡариҙел йылғаһында Үрге Һөйән ауылы эргәһендә, Әй йылғаһында Мәтәле ауылы янында һәм Йүрүҙән йылғаһында Сулпан ауылы янында.

Йылғаларҙа һыу кимәленең кәмеүе ҡапыл йылынғандан һуң һауа температураһы ҡабаттан түбән төшөүе менән аңлатыла. Әммә ай уртаһында көндәр йылына башларға тейеш, шуның менән бәйле республикала ташҡындың икенсе тапҡырына күтәрелеүе көтөлә, ул, ихтимал, 22-25 апрелгә тура килер.