4 декабрь, Йәкшәмбе

09 апрель 2009 йыл, 17:31

Социаль-мәҙәни проекттар конкурсына заякалар ҡабул итеү тамамлана

автор: Эльмира Сабирова

10 апрелдә учреждениелар һәм йәштәр сәйәсәте органдары араһында үҫмерҙәр һәм йәштәр менән эште ойоштороу буйынса республика социаль-мәҙәни проекттар конкурсында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итеү тамамлана.

"Гражданлыҡ мәҙәнилеген һәм йәштәрҙең үҙ-үҙен ойоштороуын үҫтереү", "Йәштәр мөхитендә сәләмәт йәшәү рәүеше булдырыу", "Йәштәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләү", "Йәш ғаилә менән социаль-психологик эш" — конкурс номинациялары бына шундай.

БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, уларҙың ведомствоһына балалар, үҫмерҙәр, йәштәр клубтарынан һәм уларҙың берләшмәләренән ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү буйынса тапшырылған заявкаларҙа проектты ентекле һүрәтләү, комментарийҙар, планлаштырылған бюджет буйынса өҫтәмә материалдар һәм партнерҙарҙың проектты хуплап яҙған хаттары бирелә.

Эксперт советы конкурс еңеүселәренә ҡарата үҙ ҡарарын 15 апрелгә үк сығарасаҡ.