10 декабрь, Шәмбе

09 апрель 2009 йыл, 17:30

"Эш - йәштәргә!" акцияһы башлана

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә, Нефтселәр Мәҙәниәт һарайында "Эш — йәштәргә!" республика йәштәр акцияһы үтәсәк. Сараны төп ойоштороусылар иҫәбендә — БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Дәүләт халыҡты эш менән тәьмин итеү идаралығы, БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, "Республика йәштәр мәғлүмәт үҙәге" дәүләт учреждениеһы һәм башҡа ведомстволар.

Акцияның төп маҡсаттары — эшһеҙ йәштәр иҫәбен кәметеү һәм йәш белгестәргә халыҡты эш менән тәьмин итеү буйынса дәүләт органдары һәм учреждениеларының эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт еткереү.

Йәш белгестәр өсөн булған вакантлы эш урындары тураһында мәғлүмәтте иҡтисадтың төрлө тармағы предприятиелары һәм ойошмалары еткерәсәк. Бынан тыш, акция ваҡытында йәштәр ярашлы эш эҙләп табыу ғына түгел, эшкә урынлашыу мәсьәләре буйынса юридик консультация ла аласаҡ.

"Йәштәргә — эш!" акцияһы бөтә республика буйынса үтәсәк. Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәре һәм йәштәр эштәре буйынса органдар йәштәр өсөн вакансиялар буйынса мәғлүмәттәр базаһы тәҡдим итәсәк, эш биреүселәр менән осрашыуҙар ойоштороуға булышлыҡ итәсәк, мәғлүмәт стендтары урынлаштырасаҡ.

Акция 15 апрелдә сәғәт 10-да башлана.