Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республика Профсоюздар федерацияһы советының VII пленумы

Сәйәсәт

Өфөлә, Профсоюздар йортонда, БР Профсоюздар федерацияһы Советының VII пленумы башланды, унда машиналар эшләү комплексы профсоюз ойошмаларының власть органдары һәм эш биреүселәр менән берлектә иҡтисади көрсөк шарттарында хеҙмәтсәндәрҙең хоҡуҡтар гарантияларын күҙәтеү буйынса эше көн тәртибендәге төп мәсьәлә булып тора. Пленум эшендә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров ҡатнаша.

Машиналар эшләү комплексындағы хәл һәм профсоюз ойошмаларының көрсөккә ҡаршы эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт менән РФ машина эшләүселәр профсоюзы рәйесе Николай Шатохин, БР машина эләүселәр профсоюзы рәйесе Николай Лифанов, Рәсәй авиация сәнәғәте хеҙмәтсәндәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе Александр Мельников һәм башҡалар уртаҡлашасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть