Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Хеҙмәтсәндәрҙе социаль яҡлау саралары күрелә

Иҡтисад

Иҡтисадтың бөтә реаль секторы предприятиелары финанс-иҡтисади көрсөк эҙемтәләренә юлыҡты. Һәр кемдең, персоналды аҙайтыу, эш аҙнаһы оҙайлылығын кәметеү һәм эш хаҡы кимәлен кәметеү кеүек сараларҙы ҡулланып, көрсөктө үҙенсә йырып сығыу рецебы. Профсоюз ойошмалары был ҡатмарлы хәлдә хеҙмәтсәндәрҙең мәнфәғәттәрен яҡларға тырыша, әммә һәр ваҡытта ла быға өлгәшеп булмай.

Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһендә финанс средстволары етешмәү шарттарында көрсөк хәленән оптималь сығыу юлын тапҡандар. Хакимиәт һәм профсоюз комитеты, эш урындарын һаҡлау, эшләүселәрҙе күпләп ҡыҫҡартыуға юл ҡуймау маҡсатында һәм хеҙмәтсәндәрҙе социаль яҡлау зарурлығын иҫәпкә алып, быйыл апрелдән сентябрь аҙағына тиклем ӨПЭПБ-ның бөтә подразделениелары өсөн дүрт көнлөк эш аҙнаһы индерергә ҡарар иткән. "ӨПЭПБ" федераль дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Альберт Карповтың приказы буйынса һәр аҙнаның һуңғы эш көнө ял көнө булып иҫәпләнә. Был осраҡта хеҙмәтсәндәргә аҡсалата түләү ҙә кәмергә тейеш. Әммә эш хаҡы 15 меңдән ашмаған эшселәрҙең көшөлөгөндә был яңылыҡ һиҙелмәйәсәк. Дөйөм эш ваҡыты оҙайлылығы кәметелһә лә, аҙ тәьмин ителгән категорияның эш хаҡы кәмемәйәсәк.

"ӨПЭПБ" федераль дәүләт унитар предприятиеһының профком рәйесе Александр Ямшановтың һүҙҙәренә ҡарағанда, коллектив хакимиәттең был ҡарарын хуплаған. Бындай аҙым социаль ғәҙеллек өлгөһө булып тора, ул берекмәнең етештереү ҡеүәтен һаҡлауға йүнәлтелгән.

Шуны ла әйтергә кәрәк, төп производство цехтарында етерлек эш күләме шарттарында эш аҙнаһы биш көнлөк булып ҡала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть