5 декабрь, Дүшәмбе

09 апрель 2009 йыл, 17:24

Тағы бер даими эшләүсе ауыл хужалығы йәрминкәһе барлыҡҡа киләсәк

автор: Марият Артюхова

1 майҙан Өфөлә тағы бер ауыл хужалығы йәрминкәһе эшләй башлаясаҡ. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ул Өфө — Шаҡша автомобиль юлы буйында Төньяҡ һыу алыу ҡоролмаһы районында урынлашасаҡ. Йәрминкә көн һайын сәғәт 9-ҙан 20 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.

Республикала өс ауыл хужалығы йәрминкәһе даими эшләй: Сипайловола, Черниковкала һәм Затонда.