Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.21 ↓

EUR 63.62 ↑

25 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Ғилми-ғәмәли конференция үткәрелә

Йәмғиәт

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында "ХХI быуатта актуаль хоҡуҡ һәм дәүләт проблемалары" халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә. Ғилми форумда Мәскәүҙәге БМО Мәғлүмәт үҙәге вәкиле, Рәсәйҙең күп төбәктәренән, шулай уҡ яҡын сит илдәрҙән — Украина, Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстандан билдәле ғалимдар, дәүләт власы органдары вәкилдәре, Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша.

— Беҙҙең конференция хоҡуҡ һәм дәүләттең хәҙерге замандағы үҫеш проблемаларына, дәүләт власы органдары һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә үҙ-ара эш итеү, хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеген камиллаштырыу мәсьәләләренә, дөйөм алғанда, глобалләштереү һәм донъя иҡтисади көрсөгөн йырып сығыу проблемаларына арналa, — тине "Башинформ" агентлығына Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты начальнигының ғилми эш буйынса урынбаҫары, милиция полковнигы, юридик фәндәр докторы Ришат Ниғмәтуллин.

Институт ғилми-ғәмәли конференцияларҙы ун йылға яҡын инде йыл һайын үткәрә. 2007 йылда бындай фәнни форум — ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәштең халыҡ-ара һәм милли проблемаларына, 2008 йылда наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш проблемаларына арналды. Конференция йомғаҡтары буйынса материалдар йыйынтыҡтары сығарыла, улар ғилми тикшеренеүҙәрҙә һәм уҡыу процесында бик тә талап ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть