9 декабрь, Йома

09 апрель 2009 йыл, 17:19

Сәлиә Мырҙабаева: депутаттарға халыҡ менән әүҙемерәк эшләргә кәрәк

автор: Николай Ермоленко

Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, коллегалары кеүек үк, ай һайын "Берҙәм Рәсәй" партияһы рәйесе Владимир Путиндың төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы ҡабул итә. Ләкин бының менән генә сикләнмәй, республика ҡалалары һәм ауылдары буйлап йөрөй, унда медицина ярҙамы менән бәйле мәсьәләләр менән генә ҡыҙыҡһынып ҡалмай, халыҡ менән дә осраша.

— Өфөлә бөтә мөрәжәғәттәр араһында беренсе урында — медицина ярҙамы күрһәтеү сифаты һәм госпиталләштереү мәсьәләләре, инвалидлыҡ билдәләү менән бәйле мәсьәләләр, дарыуҙар менән тәьмин итеү, медицина хеҙмәткәрҙәренә торлаҡ бүлеү, — тип хәбәр итте ул. — Йәғни мөрәжәғәттәр айырылып тора, бер өлкәгә ҡағыла, күрәһең, был Өфөлә төрлө профилдәге депутаттар ҡабул итеүҙәндер инде.

Ауыл ерендә граждандарҙың мөрәжәғәттәре иһә төрлө даирәләргә ҡағыла. Мәҫәлән, Дүртөйлө районында һуңғы осрашыуҙа граждандарҙы пенсия тәьминәте, пенсияларҙы ҡайтанан иҫәпләү мәсьәләләре ҡыҙыҡһындырҙы, пенсия реформаһы буйынса яуап бирергә тура килде. Күп ветерандар шәхси һорауҙар менән генә түгел, ә ветеран хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһы мәсьәләләренә ҡағылышлы ғәмәлдәге закондарҙы үҙгәртеү буйынса тәҡдимдәр индереүе бик оҡшаны. Ләкин муниципаль власть органдары кимәлендә хәл итерлек һорауҙар бик күп. Был муниципаль райондар һәм ҡала округтарының вәкәләтле урындағы үҙидара органдары, шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары бөтә ерҙә лә граждандар менән әүҙем эшләмәүе тураһында һөйләй. Былар, иң элек, ихаталарҙы төҙөкләндереү, баҙарҙа урын бүлеү кеүек көнкүреш мәсьәләләре. Ҡайһы берҙә кешеләр яҡшы түләнгән эшкә урынлаштырыуҙы үтенә — мәшғүллек хеҙмәте буйынса аңлатма бирергә тура килә. Шуға күрә депутаттар урындарға барып граждандарҙы ҡабул иткәндә, кешеләрҙең проблемалары хаҡында белһен һәм уларҙы оператив хәл итеүгә ярҙам итһен өсөн, урындағы хакимиәт вәкилдәре лә саҡырыла.

Сәлиә Мырҙабаева мәсьәләләрҙең нисек хәл ителеүе хаҡында тулы мәғлүмәт туплай бара. Бөтә һорауҙар, мөрәжәғәт итеүселәр үҙҙәре лә (һәр ҡабул итеүҙә 12-15 кеше була) теркәлә, һуңынан ярашлы инстанцияларға тапшырыла, улар был һорауҙарҙы ҡарап, проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам итергә, шулай уҡ граждандарға яуап бирергә һәм депутат алдында отчет бирергә тейеш.