6 декабрь, Шишәмбе

01 апрель 2009 йыл, 17:33

Санитар-эпидемияға ҡаршы комиссия ултырышы

автор: Елена Макушина

Башҡортостанда ҡотороу сире буйынса хәүефле шарттар һаҡлана. Шаршамбы көнө БР Хөкүмәте ҡарамағындағы санитар-эпидемияға ҡаршы комиссия ултырышында был хәүефле инфекцияны иҫкәртеү тураһында һөйләнеләр.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов хәбәр итеүенсә, 2008 йылда төбәк биләмәһендә хайуандарҙың ҡотороу ауырыуы менән 103 сирләү һәм һәләк булыу осрағы теркәлгән.

— Сир таралыу географияһы бик киң булыуы ла борсой, — тине Фидус Әғләм улы. — Ауырыуҙар 36 райондың 102 ауылында һәм ике ҡалала теркәлде.

2008 йылда 12000 кеше хайуандарҙың тешләүенән зарар күрҙе. Шуларҙан 232 кеше "ҡотороу" диагнозы лаборатор рәүештә раҫланған йәнлектән тешләнде. Ә 2009 йылда тәбиғи сығанаҡтарҙа ҡотороу әүҙемләшеүе күҙәтелә — өс айҙа ғына ауырыуҙың артыуы теркәлгән.

Был ауырыуҙы артыуын иҫкәртеүҙең иммунлаштырыуҙан башҡа ысулы юҡ. "Роспотребнадзор"ҙың БР буйынса идаралығы начальнигы Роберт Такаев әйтеүенсә, йыл һайын 9000-дән ашыу кеше антирабик дауалау курсы үтә.

Иҫкәртеү маҡсатында йыл һайын республикала профессиональ эшмәкәрлеге был вирусты йоҡтороу хәүефе менән янаған 2000 кешегә ҡотороуҙан прививка яһала, санитар-ағартыу эше үткәрелә.

Республика ветеринария хеҙмәттәре был йүнәлештә алып барған эш тураһында БР баш дәүләт ветеринар инспекторы Хәлил Борғанов хәбәр итте. Атап әйткәндә, ул, республикала 1700000 башҡа еткән һыйыр малын мотлаҡ вакцинациялауға йыл һайын 38 миллион һум аҡса талап ителә, тине.

Әммә "именлектә экономияларға кәрәкмәй", тип билдәләне Фидус Ямалетдинов һәм хеҙмәткә "был мәсьәләлә тағы ла әүҙемерәк эшләргә" кәңәш итте.