Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Өфө торлаҡҡа хаҡтар буйынса 20-се урында

Иҡтисад

Өфө Рәсәйҙең 500 меңдән ашыу кеше йәшәгән 35 ҙур ҡалаһы араһында икенсел баҙарҙағы торлаҡ хаҡы буйынса 20-се урынды биләй.

Апрель башына Рәсәйҙең бөтә ҡалаларында тиерлек торлаҡҡа хаҡ кәмеүе күҙәтелә. Ләкин статистика әлегә февраль айы мәғлүмәттәре менән эш итә. Март башына Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында бер квадрат метр торлаҡтың уртаса хаҡы 44 мең һумға тигеҙ булды, был бынан алдағы ай күрһәткестәренән 2,7 процентҡа кәмерәк. Йыл башынан алып хаҡтар 8,9 процентҡа кәмене.

Март башына бер квадрат метр өсөн 43500 һум хаҡ менән Өфө ҡалаһы Рәсәй Федерацияһының 500 меңдән ашыу кеше йәшәгән 35 ҡалаһы исемлегендә 20-се урынды биләне. Февралдә Өфөлә күсемһеҙ милеккә хаҡтар 4,4 процентҡа кәмене, тип билдәләй аналитиктар.

Торлаҡҡа хаҡтарҙың ҡырҡа үҙгәреүе Мәскәүҙә теркәлгән, унда бер айҙа хаҡтар 9,7 процентҡа кәмегән. Унан ҡала Волгоград (7,9 процентҡа), Владивосток (7,5), Дондағы Ростов (5,6), Һарытау (5,3), Һамар (5,2) килә.

Квадрат метрҙың хаҡы 33 мең һумға тиклем төшкән ҡалаларҙа тотороҡланыу күҙәтелә: унда хаҡтар кәмемәй. Ижевск, Яр Саллы, Ульяновск ҡалаларында икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар түбәнге нөктәһенә етте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть