5 декабрь, Дүшәмбе

01 апрель 2009 йыл, 17:30

Урман хужалығы министрлығы 43 тонна тубырсыҡ йыйҙы

автор: Евгений Рәхимҡолов

Республиканың Урман хужалығы министрлығының дәүләт унитар предприятиелары питомниктарҙа сәсеү өсөн урман үҫентеләре орлоҡтарын әҙерләү планын арттырып үтәне.

Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, план буйынса 2009 йылдың беренсе кварталында 300 килограмм ылыҫлы тоҡом орлоҡтары йыйырға кәрәк ине. Әммә бөгөнгө көнгә 695 килограмм орлоҡ әҙерләнгән һәм 43 тонна тубырсыҡ йыйылған да инде, уларҙы тубырсыҡ киптергестә эшкәртергә кәрәк.

"Бәләбәй урманы", "Йылайыр урманы", "Туймазы урманы", "Ишембай урманы" һәм "Учалы урманы" предприятиелары иҫәбенә планды арттырып үтәүгә өлгәшелде.

Дөйөм алғанда, БР Урман хужалығы министрлығы ведомствоһындағы ойошмаларҙа бөгөн 11931 килограмм орлоҡ бар, шул иҫәптән 4042 килограмм — ылыҫлы тоҡомдар орлоҡтары.