5 декабрь, Дүшәмбе

01 апрель 2009 йыл, 17:28

Иҫке торлаҡты һүтеү дауам итә

автор: Марият Артюхова

Өфөлә авария хәлендәге торлаҡ фондынан граждандарҙы күсереү буйынса республика адреслы программаһы тормошҡа ашырыла. 2009-2010 йылдарҙа 25,4 мең квадрат метр майҙанды биләгән 64 торлаҡ йортто һүтеп, халҡын күсерергә планлаштырыла.

Республиканың дүртенсе заявкаһын раҫлаған осраҡта 2010 йылда 10,5 мең квадрат метр дөйөм майҙан менән 23 йорттан кешеләр күсереләсәк. 911 кеше өй туйлаясаҡ.

Бөгөн программаны бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә Башҡортостан баш ҡалаһында 51,5 мең квадрат метр иҫке торлаҡ һүтелде. 70 мең квадрат метр самаһы яңы торлаҡ майҙаны төҙөлдө. Әлеге ваҡытта граждандарҙы урынлаштырыу өсөн Иван Франко урамында 10-сы йорт, Бикбай урамында 37-се, Мушников урамында 2-се, Минск урамында 37-се йорттоң ике секцияһы төҙөлөп файҙаланыуға тапшырылды.