11 декабрь, Йәкшәмбе

01 апрель 2009 йыл, 17:25

Граждандар менән аралашыуҙың яңы технологиялары

автор: Евгений Рәхимҡолов

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы республика ҡалалары һәм райондары халҡы менән аралашыуҙың яңы формаһын — видео-конференц-элемтә системаһын — индерә.

Яңы технологияны ғәмәлгә индереүҙең башланғысы булып БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдиновтың интернет аша Дүртөйлө районы граждандарын ҡабул итеүе торҙо. Сәғәт ярым ҡабул итеү барышында ул граждандарҙың эшкә урынлашыу, пенсия түләүгә ҡағылышлы 24 мөрәжәғәтен һәм башҡа социаль мөһим мәсьәләләрҙе ҡараны.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тауыш һәм күреү сифаты әңгәмәләшселәрҙе тулыһынса ҡәнәғәтләндерҙе. Видео-конференц-элемтә системаһын индереү өҫтөнлөктәренең береһе булып республиканың алыҫ райондарында йәшәүселәрҙең проблемаларына тиҙ яуап биреү мөмкинлеге тора. Бынан тыш, был яңылыҡ министрлыҡтар һәм ведомстволар белгестәренең район һәм ҡалаларға барыуға сығымдарын да һиҙелерлек кәметергә булышлыҡ итә. Хәҙерге ваҡытта БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының бөтә территориаль органдарын берҙәм видео-конференц-элемтә селтәренә тоташтырыу буйынса эш алып барыла.