Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Социаль проекттар конкурсында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул ителә

Йәмғиәт

20 апрелгә тиклем БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты "Бәләкәй Тыуған илдең ҙур эштәре" социаль проекттар конкурсында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итеүен дауам итә.

Унда ҡатнашыуға республиканың балалар һәм йәштәр йәмәғәт берләшмәләре, уларҙың филиалдары һәм подразделениелары саҡырыла.

Конкурста ҡатнашырға теләүселәр "Тәртип һәм именлек", "Мәҙәниәт", "Мәғариф", "Һаулыҡ", "Ял", "Төҙөкләндереү", "Экология", "Үҙидара", "Үҫмерҙәр-йәштәр мөхитендә иреклелекте үҫтереү буйынса эште ойоштороу" йүнәлештәренең береһе буйынса проект бирергә тейеш.

БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, проекттар актуаль булырға, үҙ эсенә тормошҡа ашырыу планын индерергә һәм аныҡ иҫәпләнгән булырға тейеш. Күп ҡатнашыусылар (балалар, үҫмерҙәр, йәштәр) йәлеп итеү менән эшкәртмәләргә айырым иғтибар биреләсәк. Оҙайлы ваҡытҡа перспектива менән проекттарға өҫтөнлөк бирелә.

Эштәр Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 25-се кабинет адресы буйынса ҡабул ителә. Телефон: 251-57-19.

Еңеүселәр апрель аҙағына тиклем билдәләнәсәк. 1 майҙан уҡ уларҙың идеяларын тормошҡа ашырыу башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть