Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93

EUR 68.66

23 июль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Патронат тәрбиә: балалар йорто урынына ғаилә

Йәмғиәт

Республикала әлеге ваҡытта 38 патронат үҙәге эшләй. Үҙ эшендә улар Өфө балаларҙы урынлаштырыу үҙәге тәжрибәһенә таяна. Шишәмбе көнө уҙғарылған матбуғат конференцияһында Өфө хакимиәтенең опека һәм попечителлек буйынса идаралығы начальнигы Милана Скоробогатова әйтеүенсә, Өфөлә патронат тәрбиә буйынса беренсе республика эксперимент майҙансығы ун йыл элек ҡала хакимиәте инициативаһы буйынса һәм финанс ярҙамында 9-сы балалар йорто базаһында асылған. Ул саҡта республика баш ҡалаһы Рәсәйҙә балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең тормошон ҡороу буйынса яңы форманы бойомға ашырыу яуаплылығын үҙ өҫтөнә алған өсөнсө ҡала була. Ә ете йылдан, 2006 йылдың июлендә, "Башҡортостан Республикаһында патронат тәрбиә тураһында" Закон ҡабул ителә.

Хәҙерге ваҡытта балалар йорттары эргәһендә патронат хеҙмәттәре Рәсәйҙең 39 төбәгендә эшләй. Өфөлә 1-се, 2-се, 9-сы балалар йорттарында өс патронат хеҙмәте эшләп килә. Улар ата-әсәләрҙе әҙерләү буйынса берлектәге семинарҙар үткәрә. Уҡыу оҙайлылығы — өс ай. 2008 йылдан Өфө балалар йорттары ҡарамағындағы патронат үҙәктәрендә 150 ғаилә уҡыу үтте. Әлеге ваҡытта 174 бала патронат тәрбиәһендә. Сағыштырыу өсөн: Мәскәүҙә — 254.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть