5 декабрь, Дүшәмбе

31 март 2009 йыл, 18:34

Өфөгә ташҡын ҡурҡыныс түгел

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы эргәһендәге кәңәшмәлә яҙғы ташҡынға әҙерлек тикшерелде.

"Башгидромет" ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл Ағиҙел йылғаһында һыу кимәле — 400-500 сантиметрға, Ҡариҙелдә — 450-550, Дим йылғаһында 350-450 сантиметрға тиклем күтәрелеүе көтөлә. Боҙ китеүе 3 апрелдән 13-өнә тиклем осорҙа күҙаллана.

Тимәк, Өфө тирәләй артыҡ һыу баҫыу көтөлмәй. Әммә йылғаларҙа һыу кимәле максималь күтәрелгән осорҙа һауа температураһы ҡапыл йылынһа йәки яуым-төшөмдәр йышайһа, ҡаланың айырым биҫтәләрен — Нижегородка, Затон, Кооперация яланын — һыу баҫыуы ихтимал.

Яҙғы ташҡынды үткәреүгә ваҡытында әҙерләнеү һәм уның ҡала тирәләй экологик шарттарға кире йоғонтоһона юл ҡуймау өсөн Өфөлә ташҡынға ҡаршы комиссия төҙөлгән һәм ташҡынды үткәреү буйынса саралар планы эшләнгән.

темалар: ташҡын, саралар