Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Санкт-Петербургта Башҡортостандың 90 йыллығын билдәләнеләр

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһының Санкт-Петербургтағы Даими вәкиллегендә ҡала хакимиәте вәкилдәре, тарихсы ғалимдар, Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһенең башҡорт йәмәғәт ойошмалары, башҡорт милли-мәҙәни берләшмәләре активистары ҡатнашлығында Рәсәй Үҙәк Совет власының Башҡорт хөкүмәте менән Башҡортостан совет автономияһы тураһында Килешеүенә ҡул ҡуйыуҙың 90 йыллығына арналған тантаналы йыйылыш үткәрелде.

Республика ғалимдарының тарихи ваҡиғалар аспекттарын һәм Килешеүгә ҡул ҡуйыу тәүшарттарын сағылдырыусы материалдары буйынса Башҡортостан Республикаһының Санкт-Петербургтағы Даими вәкиле Риф Сәхәбетдинов сығыш яһаны. Үҙешмәкәрлек коллективтары көсө менән концерт күрһәтелде, ҡурай моңо һәм башҡорт халыҡ йырҙары яңғыраны. Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовҡа арналған "Яҙмыш ҡушыуы буйынса беренсе" фильмын ҡарау ойошторолдо. Башҡортостан Республикаһы Президенты исеменән Риф Сәхәбетдинов ижтимағи хәрәкәттә әүҙем ҡатнашыусы, меценат, Санкт-Петербургта башҡорт ижади сараларын ойоштороусы Камил Хәйруллинға тантаналы рәүештә Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын тапшырҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть