9 декабрь, Йома

31 март 2009 йыл, 18:30

Геомәғлүмәт технологиялары буйынса конференция үтә

автор: Эльвира Латипова

Бөгөн Өфөлә "АМАКС Турист отель" ҡунаҡхана комплексының конференциялар залында асылған "Муниципаль идаралыҡта геомәғлүмәт технологиялары" Бөтә Рәсәй конференцияһында Рәсәйҙең дүрт тиҫтәгә яҡын ҡалаларынан — Санкт-Петербургтан алып Владивостокка тиклем — вәкилдәр йыйылған.

Был өсөнсө ошондай форум. Тәүге икәүһе Череповецта һәм Волгоградта үтте. Сираттағы конференцияны үткәреү урыны геомәғлүмәт технологияларын индереү планында теге йәки был ҡаланың тәжрибәһе унда ҡатнашыусыларға ни тиклем ҡыҙыҡлы булыуына ҡарап һайлана. Башҡортостан — бигерәк тә Өфө — тәжрибәһе ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, шуға күрә уны ҡарауға 1 апрелдә тотош көн программаһы арналасаҡ.

Форумда геомәғлүмәт технологияларын файҙаланыу муниципаль идаралыҡты үҫтереүҙең мөһим йүнәлештәренең береһе булараҡ ҡарала. Һәр эшмәкәрлектең нигеҙендә мәғлүмәт ята. Уңыштың яртыһы — мәғлүмәттәрҙең тулылығы һәм улар менән эш итеү уңайлылығы.

Был өлкәлә хәл ителмәгән проблемалар байтаҡ әле. Атап әйткәндә, мәғлүмәттәрҙе һаҡлау өсөн берҙәм стандарт юҡ: төрлө ведомстволарҙа төрлө программа саралары файҙаланыла, һәм был мәғлүмәт менән алмашыу процесын ҡатмарлаштыра. Урындағы кимәлдә эш тейешенсә ҡуйылмаған. Техник мәсьәләләр ҙә етерлек. Бөтә был мәсьәләләр өс көн буйына Өфөлә тикшереләсәк. Форум программаһында — пленар ултырыштар, дискуссиялар, техник экскурсиялар һәм оҫталыҡ кластары.