6 декабрь, Шишәмбе

31 март 2009 йыл, 18:26

Күн аяҡ кейеме етештереү кәмене

автор: Евгений Рәхимҡолов

Республикала 2008 йылда күн аяҡ кейеме етештереү өстән бер өлөштән артыҡҡа кәмене. Сумкаларҙы ла беҙҙә 8,2 процентҡа кәмерәк етештерә башланылар. Уның ҡарауы, кейеҙ һәм фетр аяҡ кейемдәре сығарыу — 23,5 процентҡа, портфелдәр 4,5 процентҡа артты. Был мәғлүмәттәрҙе БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы бирә.

Күндән тауарҙарҙың айырым төрҙәрен етештереү күләмдәренең кәмеүе беҙҙә әҙерләнгән күн сеймалының күп өлөшө башҡа төбәктәргә эшкәртеүгә оҙатылыуы менән бәйләнгән. Республикала бындай профилдәге предприятиелар етерлек булмау сәбәпле сеймалдың 15 проценты ғына үҙебеҙҙә үҙләштерелә.

Хәҙерге ваҡытта республикала бер генә ҙур предприятие күн сеймалын эшкәртеүгә һәләтле. Был "Октябрьский күн мануфактураһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Ләкин уға ла производствоны реконструкциялау буйынса сараларҙы тамамлау өсөн 160 миллион һум күләмендә инвестициялар талап ителә. Был сумманың күп өлөшө, 120 миллион һум самаһы, ҡорамалдарҙы яңыртыуға йүнәлтелергә тейеш.

Стәрлетамаҡ күн комбинатына күн етештереүҙе тергеҙеү өсөн тағы ла күберәк финанс һалыуҙары — 600 миллион һум тирәһе — талап ителә.

Аяҡ кейеме етештереүселәр араһында Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһы уңышлы үҫешеүен дауам итә. "Нефтекама күн-галантерея фабрикаһы" һәм "Өфө күн-галантерея фабрикаһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренең дә иҡтисади күрһәткестәре насар түгел.

Бөгөн күндән изделиелар етештереүселәр өсөн төп проблема булып әйләнештәге средстволар етешмәүе тора. Сәнәғәт министрлығы белгестәре фекеренсә, тармаҡты үҫтереү өсөн унда уңышлы инвестицион һәм эшҡыуарлыҡ климаты булдырырға, инвестициялар ағымын тәьмин итергә, предприятиелар менән идара итеү һөҙөмтәлелеген күтәрергә, булған эш урындарын һаҡлау һәм яңы эш урындары булдырыу өсөн шарттар тәьмин итергә кәрәк.

темалар: аяҡ кейеме, күн