7 декабрь, Шаршамбы

31 март 2009 йыл, 18:25

"Өфө" халыҡ-ара аэропорты йәйге расписаниеға күсте

автор: Любовь Колоколова

Урал-Волга буйы төбәгендә иң ҙур аэропорттарҙың береһе — "Өфө" халыҡ-ара аэропорты" асыҡ акционерҙар йәмғиәте йәйге расписание буйынса эшләүгә күсте, ул 31 октябргә тиклем дауам итәсәк.

Предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, 2008 йыл йомғаҡтары буйынса Өфө аэропортында бер миллион 350 мең пассажир хеҙмәтләндерелгән, был 2007 йыл күрһәткестәренән 200 меңгә күберәк. 40-ҡа яҡын йүнәлештән торған төп маршрут селтәренән тыш, Өфө аэропортынан Истанбулға һәм Ереванға яңы авиарейстар асылды. Уларҙы "Төркиә авиалиниялары" һәм "Армавиа" авиакомпаниялары үтәй.

Быйыл йыл башында Рәсәй авиакомпанияларынан Өфө авиация баҙарына "Трансаэро" авиакомпанияһы килде, ул "Боинг-737" самолетында аҙнаһына алты тапҡыр Мәскәүҙән рейстар яһаясаҡ.

Яҙғы-йәйге навигацияла "Аэрофлот-Дон" авиакомпанияһы Мәскәүҙән ("Шереметьево" аэропорты) көн һайын рейстар яһай башланы. "Заполярье" авиакомпанияһы 13 майҙан аҙнаһына бер тапҡыр — Красноярскиға, "Кузбассавиалайн" Кемеровоға һәм Анапаға рейстар аса.

Аэропорт кассаларында йәйге расписание рейстарына билеттар һатыла башланы ла инде. Пассажирҙарға тарифтарҙың бөтә төрҙәре тәҡдим ителә, шуға күрә үҙ сәфәрҙәрен алдан планлаштырған сәйәхәтселәр хәҙер үк авиабилет һатып ала ала.