7 декабрь, Шаршамбы

31 март 2009 йыл, 18:23

Аралашсыһыҙ һөт һатыу файҙалыраҡ

автор: Любовь Колоколова

Благовещен районының ауыл хужалығы кооперативтарында килем алыуҙың төп сығанағы — һөт етештереү. Әммә бөгөн ҡайһы бер һөт заводтары тәҡдим иткән уны һатып алыу хаҡы юғары түгел. Тимәк, хужалыҡтың табышы ла ҙур түгел.

Шуға күрә ауыл хужалығы предприятиеларына етештерелгән продукцияны һатыуҙың файҙалыраҡ юлдарын эҙләргә тура килә. Берәүҙәр ауыл халҡы өсөн отошло хаҡ буйынса һөт һатып алыусы эшкәртеүселәр таба, икенселәр уны аралашсыһыҙ туранан-тура һата. Благовещендың "Панорама" гәзите ошондай бер хужалыҡ тураһында һөйләй.

Нисәнсе йыл инде Благовещен ҡалаһына "Новатор" ауыл хужалығы кооперативы һатыуға һөт килтерә, уны ҡала халҡына "Настена" магазинынан алыҫ түгел һөт машинаһынан һата.

— Төп һатып алыусылар — пенсионерҙар һәм йәш әсәйҙәр, — ти үҙе водитель дә, һатыусы ла булып эшләгән Борис Светлаков. — Иртәнсәк үк яңы һөт килтереүҙе көтөп тороусы даими клиенттарыбыҙ бар. Бер литры 15 һум тора. Был ҡиммәт түгел, тип уйлайым, етмәһә, беҙҙең продуктыбыҙ бер ниндәй ҡушымтаһыҙ, тәбиғи һөт. Элек билдәле бер көндәрҙә килә торғайныҡ, был яғына көн дә йөрөйәсәкбеҙ.