10 декабрь, Шәмбе

31 март 2009 йыл, 18:22

Октябрьскийҙа Йәштәр эшҡыуарлыҡ мәктәбе асыла

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Сираттағы Йәштәр эшҡыуарлыҡ мәктәбе 31 мартта Октябрьскийҙа асыла. Уны асыу инициативаһы менән Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының Октябрьскийҙағы филиалы етәкселеге сыҡты. Академия бындай проекттарҙы Өфөлә, Ишембайҙа, Күмертауҙа бойомға ашырҙы ла инде. Тиҙҙән Башҡортостандың башҡа ҡалаларында ла Йәштәр эшҡыуарлыҡ мәктәптәрен асыу планлаштырыла.

Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы уҡытыусылары етәкселегендә өс аҙналыҡ уҡытыу үткәреләсәк. Занятиеларға студенттар, ҡала йәштәре йөрөй ала.

Сараны ойоштороусылар фекеренсә, Октябрьскийҙа бындай мәктәп асыу республиканың көнбайыш төбәге йәштәренең эшҡыуарлыҡ инициативаһын үҫтереүгә, шулай уҡ уларға тормошта үҙ урындарын табыуға ярҙам итеү өсөн ойоштороу һәм методик шарттар булдырыуға булышлыҡ итәсәк.