7 декабрь, Шаршамбы

31 март 2009 йыл, 18:19

1 апрелдән ватан автомобилдәренә автокредит биреүҙең яңы ҡағиҙәләре ғәмәлгә инә

автор: Марият Артюхова

1 апрелдән Рәсәй кредит ойошмаларына физик шәхестәргә еңел автомобиль һатып алыуға бирелгән кредиттар буйынса инеп етмәгән табыштарҙы ҡаплауға федераль бюджеттан субсидиялар биреү ҡағиҙәләре ғәмәлгә инәсәк. Был документ көскә инеү менән Рәсәй Финанс министрлығына федераль бюджетҡа 2010 һәм 2011 йылдарға ике миллиард һум ассигнованиелар һалырға тура киләсәк.

Ҡағиҙәләрҙә, устав капиталында Рәсәй Федерацияһы йәки РФ Үҙәк банкының ҡатнашыу өлөшө кәмендә 50 процент тәшкил иткән һәм илдең бөтә федераль округтарында филиалдары булған ойошма ғына дәүләт ярҙамы ала ала, тип яҙылған. "Российская газета" хәбәр итеүенсә, был критерийҙарға ике банк ҡына — Һаҡлыҡ банкы һәм ВТБ — тап килә.

Субсидиялар ватанда етештерелгән, хаҡы 350 мең һумдан ашмаған еңел автомобилдәр һатыусы компанияларға заем средстволары биргән кредит ойошмаларына бирелә. Был исемлектә АвтоВАЗ-дың бөтә моделдәре, UAZ Hunter, Fiat Albea, Kia Spectra, Renault Logan, Skoda Fabia и Volkswagen Jetta. Әгәр ҙә Рәсәйҙә етештерелгән башҡа маркаларға хаҡ кәмеһә, улар ҙа был исемлекте тулыландырасаҡ, мәҫәлән, Chevrolet Niva йәки Ford Focus.

Бында ҡайһы бер шарттар күҙәтелергә тейеш. Атап әйткәндә, кредит һумдарҙа түләнергә тейеш, физик шәхес тауар хаҡының кәмендә 30 проценты күләмендә алдан түләү индерергә тейеш, кредит договорының ғәмәлдә булыу срогы — 2011 йылдың 31 декабренә тиклем.