4 декабрь, Йәкшәмбе

31 март 2009 йыл, 18:16

Рәсәй Хөкүмәтенең көрсөккә ҡаршы программаһы ҡаралды

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

30 мартта Түбәнге Новгородта Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов 2009 йылға Рәсәй Хөкүмәтенең көрсөккә ҡаршы программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты. Кәңәшмә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Александр Жуков рәйеслегендә үтте. Александр Жуков ил иҡтисадындағы һәм социаль өлкәһендәге ағымдағы хәл тураһында һөйләне.

Атап әйткәндә, Александр Жуков эшһеҙлектең артыу темпының түбәнәйеүен билдәләне. Ул һуңғы ваҡытта эш менән тәьмин итеү хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итеүсе кешеләр ағымының кәмеүе, уларҙың яҡынса 80 процентының яңы эш урындары табыуы хаҡында хәбәр итте. Вице-премьер фекеренсә, эшһеҙлектең иң ныҡ артыуы эшкәртеү сәнәғәте өҫтөнлөк иткән төбәктәрҙә теркәлгән.

— Бындай төбәктәрҙә мәшғүллек хеҙмәттәре эшенең яҡшы ойошторолоуы мөһим, — тине Александр Жуков.

Республика Президенты Мортаза Рәхимов үҙенең сығышында хеҙмәт баҙарындағы хәл, шулай уҡ көрсөктөң кире эҙемтәләрен кәметеү буйынса сараларҙы билдәләне. Ул, эш урындарын һәм кадрҙар потенциалын һаҡлап ҡалыу буйынса саралар көрсөккә ҡаршы саралар комплексында иң мөһимдәргә әүерелде, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Февралдә республикала халыҡтың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү буйынса тормошҡа ашырылыусы программаға өҫтәп, хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлелекте кәметеү буйынса 575 миллион һумдан ашыу суммаға өҫтәмә саралар программаһы ҡабул ителде. Улар буйынса дөйөм финанслау күләме 2,5 миллиард һумдан ашыу буласаҡ.

Мортаза Рәхимов, Башҡортостанда көрсөктөң тәүге тулҡынын нейтралләштереүҙе тәьмин итеү мөмкинлеген биргән байтаҡ оператив саралар күрелде, тип белдерҙе. Ошоноң менән бәйле Башҡортостан тәжрибәһе Рәсәй Хөкүмәтенең көрсөккә ҡаршы программаһын тикшергәндә лә кәрәк буласаҡ, тип билдәләне республика Президенты. Башҡортостандың тотороҡло хәлен Рәсәй Төбәктәрҙе үҫтереү министрлығы ла раҫлай. Ағымдағы йылдың ғинуарына министрлыҡ үткәргән социаль-иҡтисади үҫеш мониторингы Башҡортостандың тотороҡло хәлле төбәктәр төркөмөнә инеүен күрһәтте.

Башҡортостан етәкселегенең көрсөк осорондағы позицияларын Мортаза Рәхимов республика парламентына Мөрәжәғәтнамәлә белдергәйне. Мортаза Рәхимов республика Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә "эш итеүҙең тәүәккәллелеген, системалылығын һәм эҙмә-эҙлеклелеген" иҡтисади ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн айырыуса мөһим факторҙар тип атаны. Башҡортостан Президенты фекеренсә, республиканың үҫеш стратегияһының асылы дәүләт һәм йәмғиәт тырышлыҡтарын берләштереп, көрсөктө төп ҡаҙаныштарҙы һаҡлап ҡалып һәм социаль йөкләмәләрҙе үтәп кенә түгел, шулай уҡ яңы көс һәм иҡтисади үҫеш сифаты менән еңеп сығыуға ҡайтып ҡала.