Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Мортаза Рәхимов Рәсәй Хөкүмәте кәңәшмәһендә ҡатнаша

Сәйәсәт

30 мартта Түбәнге Новгородта Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Хөкүмәтенең 2009 йылға көрсөккә ҡаршы программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнаша.

Кәңәшмә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Александр Жуков рәйеслегендә үтә. Кәңәшмә эшендә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота, округ төбәктәре етәкселәре ҡатнаша.

Көрсөккә ҡаршы саралар программаһы 19 мартта РФ Хөкүмәте тарафынан хупланды. Киң тикшереүҙән һуң өҫтәп эшкәртелгән документ Рәсәй Хөкүмәте тарафынан 10 апрелдә ҡайтанан ҡараласаҡ. Көрсөккә ҡаршы программаға федераль бюджеттан 1,611 триллион һум аҡса бүленәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть