9 декабрь, Йома

30 март 2009 йыл, 18:10

Йәш ғалимдар ғилми форумға әҙерләнә

автор: Лиә Нәғимова

31 мартта Өфө дәүләт нефть техник университетында Башҡортостан төп юғары уҡыу йорттары Йәш ғалимдар советтарының киңәйтелгән ултырышы үткәрелә.

Төп тема — Волга буйы федераль округы I Йәш ғалимдар форумына әҙерләнеү. Ул Башҡортостан Республикаһында Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы саралары сиктәрендә 13-15 майҙа Өфөлә үткәреләсәк. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, республика баш ҡалаһында бындай ҙур ғилми форумды үткәреү инициаторы булып Рәсәй йәш ғалимдар союзының БР-ҙағы төбәк бүлексәһе тора.

Йәш ғалимдар советтары рәйестәренең был ултырыштағы сығыштары һәм юғары уҡыу йорттарының мультимедия презентациялары Волга буйы федераль округы Йәш ғалимдар форумы пленар ултырышында һәм түңәрәк өҫтәлдәрендә сығыштар алдынан генераль репетиция булып торасаҡ.