6 декабрь, Шишәмбе

30 март 2009 йыл, 18:05

Башҡортостан - трикотаж сығарыу буйынса бишенсе урында

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында трикотаж изделиелар сығарыу буйынса бишенсе урынды биләй. Бында республика продукцияһы өлөшө ил буйынса дөйөм күләмдең 5,5 процентын тәшкил итә. Был мәғлүмәттәрҙе БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы бирә.

Былтыр республиканың туҡыу һәм тегеү производство предприятиелары 4,4 миллиард һумлыҡ тауар сығарҙы. Балалар өсөн трикотаж изделиелар етештереү — 14,7 процентҡа, курткалар тегеү — 1,6 тапҡырға, пальто һәм ярымпальтолар тегеү 4,5 тапҡырға артты.

Был тармаҡтың күп кенә предприятиеларында йыл буйына производство фондтарын яңыртыуға йүнәлтелгән инвестицион программаларҙы тормошҡа ашырыу дауам иттерелде. Яңы ҡорамалдар индереү һәм технологик процестарҙы яңыртыу буйынса эштәр алып барылды.

Республикала 14 ҙур туҡыу һәм тегеү предприятиеһы иҫәпләнә, улар араһында "Ишембай трикотаж изделиелар фабрикаһы", "Ишембай ойоҡ фабрикаһы", "Эш кейеме комбинаты" ябыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, "Искож" асыҡ акционерҙар йәмғиәте әйҙәүсе предприятиелар булып тора.

2008 йылдағы яҡшы эш күрһәткестәренә ҡарамаҫтан, республиканың туҡыу һәм тегеү предприятиеларында ҡатмарлылыҡтар етерлек. Уларҙың иң мөһимдәре — әйләнештәге средстволар етешмәү, кредит ресурстары йәлеп итеү мөмкинлеге сикләнгән булыуы һәм сит ил тауарҙары яғынан юғары конкуренция. Иҡтисади көрсөк шарттарында был проблемалар айырыуса киҫкен һиҙелә.