11 декабрь, Йәкшәмбе

30 март 2009 йыл, 18:02

Дәүләт-унитар предприятиелары өсөн баһалаусылар һайлап алынасаҡ

автор: Ольга Горюнова

Башҡортостан Республикаһының Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы республика дәүләт милкендә булған мөлкәтте баһалауға йәлеп ителгән баһалаусыларҙы һайлап алыу буйынса конкурс үткәрә.

Конкурс һайлап алыуында закон талаптарына тап килгән юридик, шулай уҡ физик шәхестәр ҡатнашасаҡ.

Заявкалар 2009 йылдың 7 апреленән алып 6 майына тиклем ҡабул ителә.