6 декабрь, Шишәмбе

30 март 2009 йыл, 18:01

Үҫешкән шәхес тәрбиәләү мәсьәләләре тикшереләсәк

автор: Эльмира Сабирова

31 мартта Республика уҡыусы йәштәр мәҙәниәт үҙәгендә өҫтәмә белем биреү процесында һәр яҡлап үҫешкән шәхес тәрбиәләү мәсьәләләре буйынса семинар үтәсәк.

Семинар башланғыс профессиональ белем биреү учреждениелары директорҙарының уҡыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫарҙары өсөн үткәрелә.

Уның сиктәрендә үҫмерҙәрҙең ижади һәләттәрен асыуға һәм үҫтереүгә йоғонто яһаусы өҫтәмә белем биреү, педагогик хеҙмәткәрҙәрҙе аттестациялау мәсьәләләре, һәр яҡлап үҫешкән шәхес тәрбиәләүҙә йәштәр йәмәғәт ойошмаларының роле һәм "хәүеф" төркөмө үҫмерҙәре менән эшләгәндә арт-терапия алымдары ҡараласаҡ.

Кәңәшмәлә БР Мәғариф министрлығы, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты, Рәсәй Йәштәр союзының республика ойошмаһы — Башҡортостан Демократик йәштәр иттифағы, "Индиго" үҙәге вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

темалар: тәрбиә, семинар