9 декабрь, Йома

30 март 2009 йыл, 17:59

Стәрлетамаҡта бюджет күрһәткестәрк арттырып үтәлде

автор: Ольга Горюнова

2008 йыл йомғаҡтары буйынса Стәрлетамаҡтың табыштар буйынса бюджеты 9,422 миллиард һумға үтәлде, был 2007 күрһәткестәренән 11,7 процентҡа күберәк.

Федераль бюджетҡа ҡала биләмәһендә йыйылған средстволарҙың — 29 проценты, республика бюджетына 56 проценты йүнәлтелде. Үҙ керемдәренең 15 проценты (1,411 миллиард һумдан ашыу, был күҙалланған бюджет күрһәткестәренән 3,6 процентҡа күберәк) урындағы бюджетҡа инде, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Урындағы бюджетҡа керемдәрҙең төп администраторҙары — һалым инспекцияһы һәм Милеккә идара итеү комитеты. Һалым һәм һалым булмаған табыштар күләмендә уларҙың өлөшөнә 58 һәм 36 процент тура килә. Пошлиналарҙан, йыйымдарҙан һәм административ штрафтарҙан урындағы бюджетҡа икешәр процент инде.

Урындағы бюджеттың һалым һәм һалым булмаған табыштар структураһында һалым табыштары 59 процент тәшкил итә. Шулай ҙа урындағы бюджетҡа һалым булмаған табыштар инеүе лә 2007 йылдағыға ҡарағанда 28 процентҡа артты. Уның төп сығанаҡтары — ергә һәм торлаҡ булмаған биналарға ҡуртым түләүе, шулай уҡ ергә ҡуртым килешеүҙәре төҙөүгә хоҡуҡтар һатыу.

2008 йылғы табыштар планын уңышлы үтәү бюджет сығымдары күләмен финанслауҙы 2007 йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда 23,8 процентҡа арттырып үтәргә булышлыҡ итте. 2008 йылда Стәрлетамаҡтың сығымдар буйынса бюджет үтәлеше 2,269 миллиард һум тәшкил итте.

Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 752,2 миллион һум күләмендә субвенциялар һәм субсидиялар алып файҙаланылды.

темалар: табыштар, план