9 декабрь, Йома

30 март 2009 йыл, 17:56

1 апрелдән пенсиялар күләме арта

автор: Марина Шумилова

1 апрелдән пенсияларҙың страховка өлөшө 17,5 процентҡа арта. База өлөшө үҙгәрешһеҙ ҡала. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, ул быйыл 1 марттан 8,7 процентҡа артҡайны.

Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 1 апрелдән страховка өлөшө состав өлөшө булып торған хеҙмәт пенсиялары (ҡартлыҡ, инвалидлыҡ һәм ҡараусыһын юғалтыу буйынса) алыусыларға ғына өҫтәмә яһаласаҡ.

Барыһының да страховка өлөшө индивидуаль булыу сәбәпле, арттырыу ҙа һәр береһенең индивидуаль буласаҡ. Страховка өлөшө күләмен һәм уны арттырыу суммаһын билдәләү өсөн март айында алған пенсия күләменән база өлөшөн алып ташларға һәм килеп сыҡҡан сумманы 1,175-кә ҡабатларға кәрәк.

Ҡартлыҡ, икенсе дәрәжә (икенсе төркөм) инвалидлыҡ, ҡараусыһын юғалтыу буйынса хеҙмәт пенсияһы алыусыларҙың күбеһе өсөн база өлөшө 1950 һум тәшкил итә. Өсөнсө дәрәжә (беренсе төркөм) инвалидтар, шулай уҡ 80 йәштән уҙған пенсионерҙар өсөн база өлөшө 3900 һум тәшкил итә.

Уртаса хеҙмәт пенсиялары — 396 һумға, ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсиялары 413 һумға арта. Улар 4924 һәм 5156 һум тәшкил итәсәк.

Пенсиялар һәм башҡа социаль түләүҙәргә 1 апрелдән ай һайын өҫтәмә рәүештә 416 миллион һум талап ителәсәк. Дөйөм алғанда, пенсиялар һәм айлыҡ аҡсалата түләүҙәргә сығымдар республика буйынса айына 5,6 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк.