11 декабрь, Йәкшәмбе

30 март 2009 йыл, 17:53

Юнир Солтанов: көрсөктө еңеп сығыу өсөн дәүләт һәм йәмғиәт берҙәмлеге кәрәк

автор: Марина Шумилова

Мәсетле районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Юнир Солтанов республика Президентының БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға "Маҡсатыбыҙ — кешеләрҙең етеш тормошо, Башҡортостаныбыҙҙың ижади ҡеүәтен арттырыу" Мөрәжәғәтнамәһенең мөһим йүнәлештәренең береһе итеп көрсөктө еңеүҙә дәүләт һәм йәмғиәт тырышлыҡтарын берләштереүҙе иҫәпләй.

— Үҙ сығышында Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов граждандарға һәм хужалыҡ итеүсе субъекттарға көрсөккә ҡаршы күрелгән саралар, хеҙмәт коллективтарының, йәмәғәт ойошмалары һәм айырым граждандарҙың ыңғай тәжрибәһе тураһында тулы һәм объектив хәбәр итеү зарурлығын айырып билдәләне, — тине Юнир Солтанов, Мөрәжәғәтнамә тураһында үҙ фекерен белдереп. — Донъя финанс көрсөгө эҙемтәләрен еңеү һәм Башҡортостандың артабанғы үҫеш юлында быны төп йүнәлеш тип иҫәпләйем, был беҙҙең Мәсетле районы миҫалында ла раҫлана.

Көрсөк беҙҙең тормошҡа ла төҙәтмәләр индерҙе. Һәр ауыл биләмәһе, һәр предприятие, учреждение буйынса көрсөккә ҡаршы аныҡ пландар төҙөлдө. Район хакимиәтенең көрсөккә ҡаршы комиссия ултырышында аҙна һайын предприятие, ойошма, учреждение етәкселәренең көрсөккә ҡаршы күрелгән саралар тураһында отчетын тыңлайбыҙ. Район хакимиәте инициативаһы буйынса инвестициялар йәлеп итеү, һалым һалыу базаһын киңәйтеү маҡсатында һәр ауыл биләмәһе граждандары һәм эшҡыуарҙарының аҙна һайын район етәкселеге менән осрашыуҙарында, яңы производствоға һәм булғанын киңәйтеүгә инвестициялар суммаһын, яңы эш урындарын, башҡарыу сроктарын аныҡлап, көрсөк эҙемтәләрен йырып сығыу буйынса тәғәйен саралар билдәләнә.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы билдәләгәнсә, "кешеләрҙең власҡа ышанысы — эшебеҙ һөҙөмтәлелегенең мөһим шарты. Эштәребеҙҙең тәүәккәллеге, системалылығы һәм эҙмә-эҙлеклелеге хәҙер ғәйәт ҙур, хатта яҙмышты хәл итер әһәмиәткә эйә. Көрсөк беҙ һеҙҙең менән һуңғы йылдарҙа башҡарған эштәрҙең барыһына ла ысын һынау булып тора". Был беҙҙең һәр беребеҙ өсөн күрһәтмә.