11 декабрь, Йәкшәмбе

30 март 2009 йыл, 17:51

Президент Өфөлә һәм Өфө районында ҡайһы бер объекттарҙа булды

автор: Елена Макушина

Шәмбе, 28 март көнө, Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Өфө ҡалаһы һәм районындағы ҡайһы бер социаль һәм иҡтисади өлкә объекттарын ҡараны. Эш сәфәрендә уны БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин оҙатып йөрөнө.

Республика башлығы, атап әйткәндә, 39-сы гимназияла, Дәүләткилдиев исемендәге Республика художество гимназия-интернатында һәм Әлмөхәмәтов исемендәге Республика музыка гимназияһында булды. Был инновацион белем биреү учреждениеларында реконструкция алып барыла.

Реконтрукция шулай уҡ "Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһында ла үткәрелә — тиҙҙән бында яңыртылған ял итеү үҙәге барлыҡҡа киләсәк. Һуңынан Президент Өфө районындағы коттедждар ҡаласығында һәм "Алексеевка" совхозында булды.