9 декабрь, Йома

27 март 2009 йыл, 17:24

Эшҡыуарҙар Кузбасс халыҡ-ара бизнес аҙналығына саҡырылған

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы республиканың эшлекле даирәләренә май айында Кемеровола Кузбасс халыҡ-ара Эшҡыуарлыҡ һәм бизнес аҙналығы үткәрелеүе хаҡында хәбәр итә. "Экспо-Себер" ХII халыҡ-ара күп тармаҡлы күргәҙмә-йәрминкә һәм "Эшҡыуарлыҡ" ХI Махсуслаштырылған йәрминкә үткәреү планлаштырыла.

Башҡортостандың бәләкәй бизнес вәкилдәре конгреста һәм күргәҙмә-йәрминкә сараларында ҡатнашыуға саҡырылған. Экспозицияның тематик бүлектәре араһында — сәнәғәт һәм ауыл хужалығы сеймалы һәм ҡорамалдар, производство-техник тәғәйенләнештәге продукция, аҙыҡ-түлек продукттары, инновацион программалар һәм проекттар, банк, аудитор, лизинг хеҙмәтләндереүҙәре һәм башҡалар.

Аҙналыҡ маҡсаты — бизнес проблемаларын тикшереү, уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләү, шулай уҡ тауар алмашыуҙы, кооперацияны, инвестицион эшмәкәрлекте, фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә булышлыҡ итеү.

Ғилми-эшлекле программа сиктәрендә презентациялар һәм конференциялар планлаштырылған.