Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Ураҙҙағы ферма төҙөлөшө ҡайтанан тергеҙеләсәк

Иҡтисад

Учалы районының Ураҙ ауылындағы 1280 башҡа иҫәпләнгән һөтсөлөк фермаһы — Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты подразделениеһы булып торған "Байрамғол" агрофирмаһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эре малсылыҡ проекттарының береһе. Уны тамамлау өсөн быҙаулатыу бүлексәһе, һөт-һауыу блогы һәм һәр береһе 450 башҡа ике быҙау аҙбары төҙөргә ҡалды.

Объектта эштәр 2007 йылдың аҙағында башланды. 2008 йылдың аҙағына инженер селтәрҙәре һалынды, ике һыйыр аҙбары, санитар үткәреү, ҡатнаш мал аҙығы келәте, үҙ ҡаҙанлығы һәм башҡа объекттар төҙөлдө. Былтыр йыл аҙағында Венгриянан 500 баш голштин-фриз тоҡомло һыйыр малы килтерелде. Венгр һыйырҙары үрсем дә бирҙе — 185 һыйыр быҙауланы. Һәр һыйырҙан тәүлегенә уртаса һауым бөгөн 22,5 килограмм тәшкил итә.

Ураҙ фермаһы — агрофирманың алтынсы бүлексәһе. Ауыл хужалығы предприятиеһы тулы көскә эшләй башлаһа, һигеҙ йылда ул үҙ сығымын ҡаплаясаҡ. Проект авторы — Чехияның "Фармтек" компанияһы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, финанс көрсөгө арҡаһында проектты тормошҡа ашырыу туҡталып ҡалды. Белгестәр, ферманың нормаль эшләүе өсөн быҙаулатыу бүлексәһе менән һөт блогын төҙөп бөтөргә кәрәк, тип иҫәпләй. Бөгөн Учалыға эш сәфәре менән килгән БР Хөкүмәте Премьер- министры Раил Сарбаев, уның беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов һәм "Урал тау-металлургия компанияһы-Холдинг" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре төҙөлөштө тамамлау мәсьәләһен тикшерҙе.

Килеп тыуған проблемаларҙы тикшереү барышында Ураҙ фермаһының ике иң кәрәкле объектын төҙөүҙе тамамлау тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был маҡсаттарға 100 миллион һум аҡса талап ителә. Средстволар табыласаҡ, һәм тиҙҙән төҙөлөш ҡайтанан тергеҙеләсәк.

Социаль яуаплы бизнес — Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты был билдәләмәгә тулыһынса тап килә. Төп эшмәкәрлектән тыш, бында социаль ихтыяждарға ла ярайһы уҡ финанслау күләме ҡаралған. Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Раил Сарбаев эш сәфәре барышында сәнәғәт гигантының социаль проекттары менән танышты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть