Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

"Тылсымлы моңдар" башҡорт фольклор байрамы

Йәмғиәт

Бөгөн, 27 мартта, Бәләбәйҙә "Тылсымлы моңдар" башҡорт фольклор коллективтарының төбәк фестивале бара. Сараны БР халыҡтарының фольклорын өйрәнеү, тергеҙеү һәм үҫтереү буйынса "Башҡортостан халыҡтары" республика программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторҙо.

Республика халыҡ ижады үҙәгенең Бәләбәйҙәге филиалы директоры Георгий Хальзов хәбәр итеүенсә, фестивалдә 250-ләп кеше ҡатнаша — былар Әлшәй, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Благовар, Бүздәк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Миәкә, Шаран райондарынан, Октябрьский ҡалаһынан башҡорт фольклор коллективтары, ғаилә ансамблдәре.

Фестиваль тураһында положениеға ярашлы, сығыштар программаһында башҡорт фольклорының төрлө жанрҙары — әйтештәр, йырҙар, бейеүҙәр, халыҡ йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре фрагменттары, халыҡ уйындары, ярыштар, мәҙәктәр күрһәтелергә тейеш.

Фольклор смотры йомғаҡтары бөгөн үк билдәле буласаҡ, уларҙы Бәләбәй ҡалаһында Үҙәк мәҙәниәт йортонда үтәсәк фестиваль гала-концертында иғлан итәсәктәр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть