9 декабрь, Йома

27 март 2009 йыл, 17:14

Конгресҡа әҙерлек бара

автор: Алик Шакиров

Республикала VIII Рәсәй Нефть-газ сәнәғәтселәре конгресына һәм "Газ. Нефть. Технологиялар-2009" ХVII халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһенә әҙерлек бара. БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһында Конгресты һәм күргәҙмәне үткәреү буйынса эшсе төркөмдөң ултырышы үткәрелде.

Эшсе төркөм етәксеһе, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе Сергей Ефремов хәбәр итеүенсә, VIII Рәсәй Нефть-газ сәнәғәтселәре конгресы, йыл һайын үткәрелә торған нефть, газ, нефть эшкәртеү һәм нефть-химия сәнәғәте өсөн "Газ. Нефть. Технологиялар" махсуслаштырылған техника һәм технологиялар форумы быйыл Өфөлә 26 майҙан 29-ына тиклем үткәреләсәк. "Башҡортостан" күргәҙмә комплексы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Альбина Килдеғолова хәбәр итеүенсә, бөгөнгө көнгә 165 предприятие күргәҙмәлә ҡатнашыуға заявка биргән. Күргәҙмә экспонаттары Спорт һарайының Ҙур һәм Бәләкәй ареналарында, фойела һәм Спорт һарайы алдындағы майҙанда урынлаштырыласаҡ.

Рәсәйҙән күргәҙмәлә 23 өлкә һәм республикалар (Нижегородка, Һамар, Свердловск, Омск, Ростов, Рязань өлкәләре, Татарстан Республикаһы һәм башҡалар) ҡатнашасаҡ.

Күргәҙмәлә Германия, Чехия, Швейцариянан түбәндәге сит ил фирмалары экспозиялары ҡуйыласаҡ: Jumo GmbH & Co. Kg, Kanex Krohne Anlagen Export GmbH, Phoenix contact GmbH &Co.Kg, ABO valve, "Вега Инструменте" компанияһы, Klaus Union GmbH &Co.Kg, Rueger SA һәм башҡа компаниялар.

Башҡортостан Республикаһынан — 53 предприятие, улар араһында: "Каустик" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, ӨДНТУ, "ОЗНА" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе, "Новойл", "Башкирнефтепродукт", Өфө нефть эшкәртеү заводы, "Өфөнефтехим", "Өфөоргсинтез", Благовещен арматура заводы, "Сода" асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм башҡалар.

Эшсе төркөм ағзалары шулай уҡ Конгресты һәм күргәҙмәне киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу, күргәҙмә экспозицияларын төҙөү, рәсми делегацияларҙы ҡабул итеүҙе, форумда ҡатнашыусыларҙы ҡунаҡханаларға урынлаштырыуҙы ойоштороу һәм башҡа мәсьәләләрҙе ҡараны.