Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Ришат Исхаҡов: кешеләрҙе ижади эшләүгә көйләү - көрсөктө еңеүҙең мөһим шарты

Сәйәсәт

— Президентыбыҙҙың Мөрәжәғәтнамәһе программа документы булып тора, ул хәҙерге болалы көрсөк осорона стратегик бурыстарҙы билдәләй, — тине Иглин районы муниципаль районы хакимиәте башлығы, "БР муниципаль берәмектәре Советы" ассоциацияһы идараһы рәйесе Ришат Исхаҡов, республика Президентының БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенә аңлатма биреп. — Мин, әгәр элек республиканың алға үҫеше үҙәкләштерелгән инвестициялар иҫәбенә тәьмин ителһә, хәҙер урындарға өҫтөнлөк бирелә, тигән һығымта яһаным.

Бында Мортаза Ғөбәйҙулла улы, бер нигә ҡарамаҫтан, социаль программалар тулы күләмдә үтәләсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был бурысты ғәмәлгә ашырыуҙа урындағы үҙидараға ҙур роль бирелә. Урындағы сәнәғәтте үҫтерергә кәрәк, был — урындағы үҙидара аҡсаһы, был — урындарҙа халыҡтың инициативаһы һәм табыштары. Тәбиғи, был эштә йәш быуындың инициативаһы бик мөһим. Кешеләрҙе ижади эшләүгә көйләү — көрсөктө еңеүҙең мөһим шарты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть