11 декабрь, Йәкшәмбе

27 март 2009 йыл, 17:12

Илгиз Шәрипов: тормоштоң социаль яғы - иң мөһиме

автор: Марина Шумилова

— Үҙ сығышында Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов артабанғы үҫештең төп йүнәлешен аныҡ билдәләне. Был — кешеләрҙең йәшәү кимәлен һәм сифатын яҡшыртыу. Президент, мохтажлыҡ кисергән бер генә кеше лә иғтибарҙан һәм хәстәрлектән ситтә ҡалырға тейеш түгел, тип айырып билдәләне. Быны Мөрәжәғәтнамәнең стратегик мөһим моменты тип иҫәпләйем, — тине Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Илгиз Шәрипов.

Стәрлетамаҡта тормоштоң социаль яғы урындағы власть сәйәсәтендә өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Ҡала халҡының тормош шарттарын яҡшыртыу сараларына айырым иғтибар бирелә. Ҡалала социаль торлаҡ төҙөлә. Һуңғы ике йылда ғына 282 ғаилә уны бушлай алды, етем балаларға 72 фатир бирҙек. Был эште беҙ киләсәктә лә дауам итәсәкбеҙ.

Донъя финанс көрсөгө беҙҙе артабанғы үҫеш пландарына төҙәтмәләр индерергә мәжбүр итһә лә, быйыл беҙгә бөтә ҡала социаль программаларын үтәргә кәрәк. Уларҙы бойомға ашырыуҙың мотлаҡ шарты булып иҡтисадтың бөтә тармаҡтарының тотороҡло эшләүе тора. Был стәрлетамаҡтарҙан, әлбиттә, күп көс һалыуҙы талап итәсәк. Ләкин, Президент әйтмешләй, ныҡышмалы эшләүсе генә еңеп сыға!