5 декабрь, Дүшәмбе

27 март 2009 йыл, 17:10

Салауат Ғайсин: Мөрәжәғәтнамә тормошобоҙҙоң бөтә өлкәләренә ҡағыла

автор: Любовь Колоколова

— Мөрәжәғәтнамә-2009 — бик уникаль, әһәмиәтле һәм маҡсатҡа йүнәлешле документ. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов беҙҙең барыбыҙҙы ла көрсөк күренештәрен еңеп сығыуға ғына түгел, ә республикабыҙ иҡтисади көрсөктән яңырып сыҡһын өсөн артабан ижади эшләүгә лә көйләй, — тине БР Президент Советы ағзаһы, БР Хөкүмәте ағзаһы, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, "Башинформсвязь" асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Салауат Ғайсин Башҡортостан Президенты Мөрәжәғәтнамәһенә аңлатма биреп.

Мөрәжәғәтнамә сәнәғәт, элемтә, транспорт, ауыл хужалығы, социаль яҡлау — ҡыҫҡаһы, тормошобоҙҙоң бөтә өлкәләренә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе ҡуҙғата. Программа документында бәләкәй һәм урта бизнесҡа айырым иғтибар бүленгән. Салауат Ғайсин фекеренсә, әгәр эшҡыуарҙарға яңы производстволар ойоштороу һәм булғандарын киңәйтеү өсөн мөмкинлектәр булдырылһа, тотош йәмғиәткә тын алыуы һиҙелерлек еңелерәк буласаҡ. Был бит урындарҙа эш, урындағы бюджетҡа һиҙелерлек ярҙам буласаҡ, тигән һүҙ.

— Республика Президенты ҡуйған бурыстар парламентарийҙарҙан да көсөргәнешле эш талап итә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Салауат Ғайсин. — Әйткәндәй, Президент, алда ҡатмарлы йыл, тип тураһын әйтте. Һис шикһеҙ, закондар менән көйләүҙе талап итеүсе яңы мәсьәләләр килеп тыуасаҡ. Шунда уҡ Мортаза Ғөбәйҙулла улы, бының өсөн иҫкәртеү саралары, хәлгә мониторинг кәрәк тип билдәләп, йүнәлеш тә бирә. Граждандар менән даими диалог алып барырға, уларға реаль ярҙам күрһәтергә кәрәк.