Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Хакимиәт башлыҡтары менән кәңәшмә

Сәйәсәт

26 мартта БР Дәүләт Йыйылышы йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәт башлыҡтары менән кәңәшмә үткәрҙе.

Яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү мәсьәләләре тикшерелде, хеҙмәт баҙарындағы хәл, шулай уҡ 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек ҡаралды. Кәңәшмәлә шулай уҡ ҡайһы бер ҡала һәм райондарҙағы социаль-иҡтисади хәл тураһында һүҙ барҙы.

Республика Президенты билдәләүенсә, донъя көрсөгө йоғонтоһона ҡарамаҫтан, Башҡортостан иҡтисадында эштәр торошо тотороҡло тип баһалана. Хакимиәт башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп, Мортаза Ғөбәйҙулла улы, урындарҙа бөтә ресурстарҙы һөҙөмтәле файҙаланырға кәрәк, тине.

— Беҙҙән тәүәккәл һәм көйлө эшләү талап ителә. Киләһе йылдар — иҡтисадтың тотороҡло үҫешенең әүәлге кимәленә оҙайлы сығыу осоро, — тине Мортаза Рәхимов.

Кәңәшмәлә БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Азамат Сәғитов, Хөкүмәт ағзалары, Башҡортостан Республикаһы министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть