4 декабрь, Йәкшәмбе

27 март 2009 йыл, 17:05

Торлаҡ мәсьәләһе - Ауыл хужалығы министрлығының көн тәртибендә

автор: Марият Артюхова

Өфөлә үткән республика семинар-кәңәшмәһендә 2012 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше федераль һәм республика маҡсатлы программаларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ауыл ерендә йәшәгән граждандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса сараларҙы бойомға ашырыу тураһында һүҙ алып барылды.

2008 йылда ғына программа сиктәрендә 1566 йәш ғаилә һәм белгес үҙ торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Бында торлаҡ төҙөлөшөнә тотонолған средстволарҙың 70 проценты федераль һәм республика бюджеттарынан — 427 миллион һәм 567 миллион һум күләмендә — субсидияланды.

Кәңәшмәлә республика район хакимиәттәренең "торлаҡ" сараларын бойомға ашырыу өсөн яуаплы белгестәрен контроль-ревизия органдары үткәргән тикшереү һөҙөмтәләре, граждандарға ауыл ерендә торлаҡ һатып алыуға (төҙөүгә) социаль түләүҙәр биреүҙең яңы тәртибе менән таныштырҙылар.

Шулай уҡ Башҡортостандың Бишбүләк һәм Краснокама райондарында программаның үтәлеше тураһында мәғлүмәт тә еткерелде.