4 декабрь, Йәкшәмбе

27 март 2009 йыл, 17:03

Рәмил Мәзитов: көрсөк шарттарында граждандарҙың берҙәмлеген һаҡлау мөһим

автор: Әлим Фәйезов

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Рәмил Мәзитов Башҡортостан Республикаһы Президентының БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенең айырым положениеларына аңлатма бирҙе. Атап әйткәндә, ул шулай тине:

— Үҙ конституцион хоҡуҡтарын тормошҡа ашырып, Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов, уҙған йылға йомғаҡ яһап һәм киләһе йылға маҡсаттар һәм бурыстар ҡуйып, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарына мөрәжәғәт итте.

Президент, бөтә тармаҡтарҙа үҫеш, көрсөккә ҡаршы саралар эшкәртеү һәм ҡулланыуҙың төп йүнәлештәрен билдәләп, республика йәшәйешенең бөтә өлкәләренә ҡағылышлы бик күп мәсьәләләр күтәрҙе. Тәүәккәллек, системалылыҡ һәм эҙмә- эҙлеклелек — бына һөҙөмтәле идара итеүҙең төп принциптары, һәм Мөрәжәғәтнамәлә тап бына шул төп фекер булып яңғыраны.

Көрсөк шарттарында граждандарҙың һәм дәүләттең берҙәмлеген һаҡлау бик мөһим. "Кешеләрҙең власҡа ышанысы — эшебеҙ һөҙөмтәлелегенең мөһим шарты", — тип билдәләне Президент.

Президент Мөрәжәғәтнамәһе үҙенең аныҡлығы, реаллеге, конструктивизмы менән айырылып тора, был уны тормошҡа ашырыуҙың төп нигеҙе булып тора ла.