9 декабрь, Йома

26 март 2009 йыл, 17:50

Зыя Нуриевҡа Салауат Юлаев ордены тапшырылды

автор: Азат Ғәфүров

Кисә Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһының РФ Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Салауат Ғүмәров данлыҡлы яҡташыбыҙ, элекке СССР Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары, Социалистик Хеҙмәт Геройы Зыя Нуриевҡа өйөнә барып Салауат Юлаев ордены тапшырҙы. Зыя Нурый улы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә һәм Президентына үҙенә ҡарата даими иғтибары һәм хәстәрлектәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Награданы тапшырғандан һуң иркенләп һөйләшеп ултырҙылар. Зыя Нурый улы, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан — 21 мартта уға 92 йәш тулды, — Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади тормошо яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынды.

темалар: орден, тапшырыу