Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

БДПУ-ла - Асыҡ ишектәр көнө

Йәмғиәт

27 мартта сәғәт 10-да М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты буласаҡ абитуриенттар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн үҙ ишектәрен киң асасаҡ. Балалар вузға уҡырға инеү ҡағиҙәләре, факультеттар, кафедралар хаҡында ентекле белеү, етәкселек һәм профессор-уҡытыусылар составы менән танышыу, уҡыу процесын ойоштороу тураһында белеү, аудиториялар буйлап үтеү мөмкинлеге аласаҡ.

Ҡабул итеү комиссияһы вәкилдәре сығарылыш синыфы уҡыусыларына 2009 йылғы ҡабул итеү кампанияһы һәм берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу мәсьәләләре буйынса консультация бирәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, бөгөн университетта туғыҙ факультет: физика-математика, тәбиғәт-география, филология, башҡорт филологияһы, сит телдәр, социаль-гуманитар, художество-графика, физик культура, психология факультеттары.

Мәктәпте тамамлаусылар өсөн мәҙәни программа ла әҙерләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть