Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Видео-элемтә сараларын ҡулланып граждандарҙы ҡабул итеү

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов, интернет аша видео-йыйылыш-элемтә сараларын ҡулланып, Дүртөйлө районы муниципаль районы халҡы менән аралашты. Сәғәт ярым ҡабул итеү барышында граждандарҙың төрлө социаль ярҙам саралары күрһәтеүгә, инвалидлыҡ төркөмө биреүгә, эшкә урынлашыуға, пенсия түләүгә ҡағылышлы 24 мөрәжәғәте һәм башҡа күп кенә социаль мөһим мәсьәләләр ҡаралды.

Видеотрансляция ике тоташтырыу нөктәһендә алып барылды: БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында һәм министрлыҡтың Дүртөйлө районы муниципаль районында урынлашҡан территориаль органында. Тауыш һәм күреү сифаты әңгәмәләшеүселәрҙе тулыһынса ҡәнәғәтләндерҙе.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында билдәләүҙәренсә, был сараны ойоштороу министрлыҡ етәкселегенең район һәм ҡалалар халҡы менән аралашыуының яңы формаһын индереүгә нигеҙ һалды. Видео-йыйылыш-элемтә системаһын индереү өҫтөнлөктәренең береһе булып республиканың алыҫ райондарында йәшәүселәрҙең проблемаларына тиҙ яуап биреү тора. Бынан тыш, был яңылыҡ министрлыҡтар һәм ведомстволар белгестәренең район һәм ҡалаларға барыуға сығымдарын да һиҙелерлек кәметергә булышлыҡ итәсәк, был хәҙерге осорҙа шулай уҡ бик мөһим.

— Хәҙерге ваҡытта БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының граждандарҙың мөрәжәғәттәрен тиҙ һәм һөҙөмтәле ҡарауын тәьмин итеү маҡсатында министрлыҡтың бөтә территориаль органдарын берҙәм видео-йыйылыш-элемтә селтәренә тоташтырыу буйынса эш алып барыла, — тип билдәләнеләр министрлыҡта.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть