10 декабрь, Шәмбе

26 март 2009 йыл, 17:39

Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә технопарктар буласаҡ

автор: Любовь Колоколова

Өфөнөң Орджоникидзе районындағы элекке Ново-Александровка ҡасабаһында технопарктар урынлашыуы ихтимал. 90-сы йылдар башында халҡы күсерелгән был ташландыҡ тораҡ пункты биләмәһе киләсәктә бәләкәй һәм урта бизнес инфраструктураһы төҙөү өсөн майҙансыҡ булараҡ ҡарала. Был турала БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының эшҡыуарлыҡ буйынса комитетының сираттағы ултырышында БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе Сергей Ефремов хәбәр итте.

Уның әйтеүенсә, Ново-Александровкала хәҙер 40-лап бәләкәй предприятие урынлашҡан. Башлыса, улар буш торған торлаҡ йорттарҙы һәм башҡа яраҡлы биналарҙы биләй. Күпмелер аҡса һалғанда, тип иҫәпләй Сергей Ефремов, бында эшлекле зона төҙөп, ҡасабаға "йән өрөргә" мөмкин. Әммә был биләмә менән бәйле, шул иҫәптән ергә ҡағылышлы, һорауҙар бик күп. Ә бына халыҡты күсереүҙең төп сәбәбе булып торған экология хәле, күрәһең, икенсе планға күскән. Һуңғы йылдарҙа нефть эшкәртеү заводтарының таҙартыу ҡоролмалары күпкә һөҙөмтәлерәк эшләй башланы, ул экологтарҙа артыҡ дәғүә тыуҙырмай.