11 декабрь, Йәкшәмбе

26 март 2009 йыл, 17:35

Рафаэль Байдәүләтов: иң мөһиме - көрсөктән сығыу юлын табыу

автор: Ольга Горюнова

— Бөгөн беҙ Башҡортостан Республикаһы Президентының Дәүләт Йыйылышына 15-се Мөрәжәғәтнамәһен тыңланыҡ. Мөрәжәғәтнамәлә яңғыраған иң мөһим бурыс — донъя финанс көрсөгө эҙемтәләрен еңеү, — тине журналистарға интервьюһында Башҡортостандан РФ Федерация Советы ағзаһы Рафаэль Байдәүләтов. — Беҙҙең төбәк көрсөккә ниндәйҙер кимәлдә әҙерлек менән килде, илдең башҡа субъекттарында ҡатмарлы иҡтисади хәл менән бәйле митингылар һәм пикеттар үткәрелә башланы ла инде.

Шуға ҡарамаҫтан, республикабыҙҙағы хәл дә күп һорауҙар тыуҙыра. Шул уҡ ваҡытта беҙҙә булдырылған яҡшы база республикала көрсөктөң аҙыраҡ сағыласағына өмөт уята. Иң мөһиме — көрсөктән сығыу буйынса кәрәкле йүнәлеш табыу, тип инана Башҡортостандан сенатор.

— Иң мөһиме — республика Президенты, быйылға планлаштырылған бөтә социаль йөкләмәләр, бөтә социаль программалар үтәләсәк, тип билдәләне, — тине Рафаэль Байдәүләтов.