8 декабрь, Кесе йома

26 март 2009 йыл, 17:24

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың ун икенсе ултырышы

автор: Марина Шумилова

Өфөлә БР-ҙың дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтайҙың ун икенсе ултырышы башланды. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, республика Хөкүмәте ағзалары, Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, суд, хоҡуҡ һаҡлау органдары, федераль ведомстволарҙың территориаль органдары, республика башҡарма власть органдары етәкселәре, БР Президенты Хакимиәте, БР Дәүләт Йыйылышы Секретариаты һәм БР Хөкүмәте Аппаратының яуаплы хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт берекмәләре етәкселәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша.

Ултырыштың көн тәртибенә 40-тан ашыу мәсьәлә индерелгән, улар иҫәбендә — мировой судьялар һайлау, БР судьялары квалификация коллегияһына йәмәғәтселек вәкилдәрен тәғәйенләү, республика парламентының 26 закон проектын һәм депутаттар Дәүләт Думаһы ҡарауына индерергә йыйынған ике закон сығарыу инициативаһын тикшереү. Ләкин бөгөнгө ултырыштың иң мөһим ваҡиғаһы булып, һис шикһеҙ, Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе тора. Башҡортостандың 2009 йылдағы төп үҫеш йүнәлештәрен билдәләүсе Программа документы "Маҡсатыбыҙ — кешеләрҙең етеш тормошо, Башҡортостаныбыҙҙың ижади ҡеүәтен арттырыу" тип атала.

Белешмә. Тәүге тапҡыр Мортаза Рәхимов республика парламенты алдында 1995 йылда "Башҡортостан Республикаһының артабанғы үҫеше тураһында" Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһағайны. Быйыл Башҡортостан Президенты БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға 15-се тапҡыр мөрәжәғәт итә.

Йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәләр төбәктең үҫеш стратегияһын билдәләй, шуға күрә һәр ваҡыт ҙур ижтимағи резонанс тыуҙыра. Программа документында Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади һәм рухи-мәҙәни үҫешенең төп йомғаҡтары сағылыш таба, кеше һәм йәмғиәт мәнфәғәттәрендә республиканың артабанғы үҫеш юлдары билдәләнә.

Республика Президенты Мөрәжәғәтнамәһе конкуренцияға һәләтле, инновацион иҡтисад төҙөүгә, социаль өлкәне, һаулыҡ һаҡлауҙы, мәғарифты, фәнде, мәҙәниәтте, спортты нығытыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән. Мөрәжәғәтнамә ижтимағи тормоштоң бөтә өлкәләрен үҫтереү ориентиры булып тора, унда депутат корпусы алдына яңы бурыстар ҡуйыла, ҡануниәт системаһын камиллаштырыу буйынса эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре билдәләнә. Документта дәүләт ҡоролошо, законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү, граждандарҙың хоҡуҡтарын күҙәтеү, республика һәм урындағы дәүләт власы органдары, урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеген камиллаштырыу мәсьәләләре мөһим урын биләй.