Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры тураһында

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов үҙ Указы менән Никерин Александр Павловичты Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры итеп тәғәйенләне.

Указ ҡул ҡуйылған көндән көсөнә инде.

* * *

Александр Никерин 1961 йылдың 30 июнендә Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Ужа ауылында тыуған. Юғары белемле. Волгоград физик культура институтын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1978 йылда Мәләүез районының Һамар-Ивановка һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. 1979-1981 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1981-1983 йылдарҙа Стәрлетамаҡ физик культура техникумында уҡый. 1983-1984 йылдарҙа — Стәрлетамаҡ физик культура техникумы уҡытыусыһы, 1984-1991 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университетының физик тәрбиә кафедраһы уҡытыусыһы.

1991-1992 йылдарҙа — Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, 1992-1993 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университеты физик тәрбиә кафедраһының өлкән уҡытыусыһы.

1993-1995 йылдарҙа Йәштәр торлаҡ комплексы үҙәгенең төҙөлөш буйынса инженеры, 1995-1999 йылдарҙа "Гаудеамус" республика студенттар гәзитенең күмәк спорт эше бүлеге мөдире, 1999-2001 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университеты физик тәрбиә кафедраһының өлкән уҡытыусыһы.

2001-2005 йылдарҙа — Өфө ҡалаһы Киров районы хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе.

2005-2009 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе.

2009 йылдан алып әлеге ваҡытҡа тиклем Башҡортостан Республикаһы физик культура, спорт һәм туризм министры урынбаҫары булып эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть